Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

24 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле мосолмандар!

Ысын күңелдән һеҙҙе Изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым!

Күңелдәр бөгөн саф, асыҡ, нурлы. Яҡындар менән был матур мәсеткә байрам намаҙына йыйылдыҡ. Был изге байрамды һәр мосолман һағынып көтөп ала. Уны беҙ хаж ҡылып, доға уҡып, яҡты теләктәр, яҡшы эштәр менән ҡаршы алабыҙ.

Хөрмәтле туғандар!

Беҙҙе уртаҡ уйҙар берләштерә. Көндәр имен-аман торһон. Тыуған еребеҙ сәскә атһын. Халыҡтар дуҫ-татыу йәшәһен. Балалар иманлы үҫһен.

Һеҙҙе байрам менән ихлас ҡотлайым! Яҡындарыбыҙ иҫән, бәхетле булһын! Таҙалыҡ, уңыштар, именлек теләйем һеҙгә! Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!», — тиелә ҡотлауҙа.

Теги: ҡотлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть