5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2015 йыл, 17:16

Рунет легендаһы Максим Мошков авторлыҡ хоҡуғы мәҙәниәткә зыян килтерә тип белдерҙе

фото: UTV телеканалы

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Камил Хәсәнов/. Өфөлә рус телендә интернет-китапхана булдырыусы, Милли интернет-премия лауреаты Максим Мошков сығыш яһаны. Ҡаланың UTV телеканалы ойошторған уҡыусылар һәм китапханасылар менән осрашыуҙа ул электрон, ҡағыҙ китаптарҙың киләсәге хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште. Был осрашыу «Янғантау» әҙәби фестиваленең һуңғы сараларының береһе булды.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар 20 йыл элек Lib.Ru виртуаль китапханаһының нисек барлыҡҡа килеүе тураһында белде. «Ул ваҡытта Рәсәйҙә интернет хаҡында аҙ ғына кеше хәбәрҙар ине, мин унда китаптар һала башланым. Уҡыусылар миңә уларҙы файл рәүешендә ебәрә торғайны. Китапхана булдырыу өсөн эҙләргә лә, һоранып йөрөргә лә кәрәкмәй икән», — тине Мошков. «Самиздат» проектында хәҙер 100 меңдән ашыу автор: был проект ижадын селтәрҙә үҙаллы урынлаштырырға теләүселәр өсөн асылған.

Авторлыҡ хоҡуғы тураһында ла һорауҙар яңғыраны, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән китапханаға ҡаршы суд дәғүәләре булып тора. «Авторлыҡ хоҡуғы мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә ҡарағанда күберәк зыян килтерә, әммә яҙыусыларға ярҙам итә», — тип иҫәпләй Максим Мошков.

Mail.Ru һәм Rambler.Ru рейтингтары статистикаһына ярашлы, ай һайын 240-тан 250 меңгә тиклем кеше Максим Мошков китапханаһының хеҙмәттәре менән файҙалана.