5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2015 йыл, 16:12

Ҡорбан байрамы алдынан төбәктә мәсет асылды

фото: Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ҡорбан байрамы алдынан Өфө районының Булгаков ауылында «Мираҫ» мәсете үҙ ишектәрен асты. Иман йортон асыу тантанаһына урындағы халыҡ, күрше ауылдарҙан һәм Татарстандан килгән ҡунаҡтар йыйылды. Мәсет ауыл халҡы һәм бағыусылар аҡсаһына төҙөлгән, улар араһында төрлө дин вәкилдәре бар, тип хәбәр иттеләр Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтендә. Был республикала Ҡорбан байрамы алдынан асылған өсөнсө мәсет. Уҙған шәмбелә Ауырғазы һәм Дәүләкән райондарында яңы Аллаһ йорттары асылды.

Тантанала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе Мөхәммәт Тажетдинов, Татарстандың Башҡортостандағы даими вәкиле Альберт Мәҡсүтов, Өфө районы хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы урындағы «Мираҫ» дини ойошмаһы эргәһендәге Булгаков йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары ҡаршы алды. Йәйге каникулдар ваҡытында балалар ғәрәп алфавитын, ислам нигеҙҙәрен өйрәнгән, ә уҡыу йылы башланыу менән уҡыуҙарын йәкшәмбе көндө дауам иткән.

«Байрамға йәштәрҙең килеүе бик ҡыуаныслы. Мәсеттең изге белем йорто икәнлеген оноторға ярамай. Ата-әсәләр яҡшы эштәре менән балаларына өлгө булырға тейеш. Исламдың тыныслыҡ, изгелек һәм яҡтылыҡ дине булыуын онотмағыҙ», — тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа Мөхәммәт Тажетдинов.

Күмәк намаҙҙан һуң ҡунаҡтар байрам ашына саҡырылды.

темалар: дин, мәсет