8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2015 йыл, 14:12

Баш ҡалала Һалдат күле эргәһендәге биләмә төҙөкләндереләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә Һалдат күле эргәһендәге биләмә төҙөкләндереләсәк. Бынан тыш, И.Яҡутов исемендәге паркта йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары ремонтланасаҡ. Тейешле тендер дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған.

Эштәрҙең заказсыһы — Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы. Килешеүҙең башланғыс хаҡы — 78,3 миллион һум. Һалдат күле эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүгә — 37 миллион, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдарын ремонтлау эштәренә 41,2 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.

Аукционда биш предприятие ҡатнашты. «СтройСоюз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 75,4 миллион һум тәҡдим итте. Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы, ошо ойошма менән килешеү төҙөү күҙаллана.

Эштәр килешеү төҙөлгәс башланасаҡ. Уны 2016 йылдың 1 ноябренә тамамлау ҡаралған.