11 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2015 йыл, 12:41

Беренсе R2R форумында ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеү ысулдары тикшереләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 20 октябрҙән 23-нә тиклем Өфөлә Беренсе «ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ» (R2R) форумында сәнәғәт өлкәһендәге ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеү ысулдары тикшереләсәк. R2R сиктәрендә «Сәнәғәт, сеймал сығарыу һәм уны эшкәртеү — ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың стратегик партнерлығы» тигән темаға дискуссия ойоштороласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының күргәҙмәләр һәм презентация эшмәкәрлеге департаментында хәбәр иттеләр.

Дискуссияның модераторы булып «Союзконсалт» халыҡ-ара эксперттар селтәре идараһы рәйесе Олег Паладьев сығыш яһаясаҡ. Төрлө илдәрҙең ҙур һәм бәләкәй бизнесы араһында үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү ҡаралған.

«Ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеүе Рәсәй иҡтисады үҫешендә сәнәғәтте үҫтереү өсөн оло әһәмиәткә эйә, — тип иҫәпләй Олег Паладьев. — Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ баҙарҙағы үҙгәрештәргә еңел яраҡлаша. Һөҙөмтә булараҡ, аутсорсинг — ҙур компанияларҙың яңыртыу талап иткән эшҡыуарлыҡ процесын бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тапшырыуы — үҙ-ара файҙалы механизм булып тора».

Сарала ҡатнашыуға «Рособоронэкспорт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Иван Гончаренко, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, «Роскитинвест» «Томск өлкәһендә сауҙа-сәнәғәт хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса рус-ҡытай инвестиция компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Гоцин Пэн, Marcopolo S.A. генераль директоры Жозе Рубенс де ла Роса, Ҡытай Халыҡ Республикаһының транспорт министры Ян Чуаньтан саҡырылған.