9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2015 йыл, 10:54

Өфөнән математика уҡытыусыһы Ҡазанға бөтә Рәсәй педагогик оҫталыҡ конкурсына юллана

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге 58-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Рима Ронжина «Йыл уҡытыусыһы-2015» бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнаша. Быйыл ул 24 сентябрҙән 3 октябргә тиклем Ҡазанда уҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йола буйынса бәйге бынан алдағы еңеүсенең тыуған төйәгендә үткәрелә. Былтыр ошо мәртәбәле исемгә Татарстан уҡытыусыһы лайыҡ булды.

Рима Ронжина — ҡала һәм республика педагогик оҫталыҡ конкурстары еңеүсеһе. Уның педагогик стажы — 21 йыл.

Ҡазанда үтәсәк бәйге хаҡында һөйләгәндә Рима Ронжина һәр кем еңеүгә өмөт итә тип билдәләне.

«Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» — абруйлы һөнәри оҫталыҡ конкурсы. Һис шикһеҙ, мин уға әҙерләндем, шуға күрә барыһы ла яҡшы булыр тигән ышаныс бар», — тине Рима Ронжина.

Финалдың I һәм II турҙары Ҡазандың 177-се урта мәктәбендә уҙа. Конкурсанттар асыҡ дәрес үткәрәсәк. Атап әйткәндә, 26 сентябрҙә геометрия дәресендә Рима Ронжина һигеҙенсе класс уҡыусылары менән осраша. Шулай уҡ уҡытыусылар үҙҙәренең мәғариф проектын күрһәтәсәк, педагогик советта ҡатнашасаҡ һәм уҡытыусы-оҫта исеме өсөн көс һынашасаҡ.

Тәүге этап йомғаҡтары буйынса 77 конкурсант араһынан иң яҡшы 15 уҡытыусы һайлап алына.

4 октябрҙә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов ҡатнашлығында «мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» уҙғарыла. Унда «Йыл уҡытыусыһы-2015» исеменә дәғүә итеүсе Рәсәйҙең иң яҡшы биш уҡытыусыһы ғына ҡатнаша. Конкурс 5 октябрҙә, Уҡытыусылар көнөндә, Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында тамамлана. Абсолют еңеүсенең исеме шул көндө билдәле буласаҡ.