Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Яндекс.Тәржемәсе сервисында беренсе тапҡыр башҡорт теле барлыҡҡа килде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Яндекс.Тәржемәселә тәүге тапҡыр башҡорт теле барлыҡҡа килде. Әлегә сервис һынау режимында эшләй — тәржемәләрҙә хаталар бар. Быға башҡорт теле морфологияһының ҡатмарлы булыуы һәм ундағы текстарҙың аҙлығы сәбәпсе.

«Мин башҡа телдәр менән эшләгәндә ошо сервистан файҙаланам. Тәржемәлә яңылышлыҡтар ҙа була, роботҡа ғына ышанырға ярамай. Әгәр ҙә аҙыраҡ телде белһәң, мәғәнәһен аңларға мөмкин. Әммә мине был яңылыҡ бик шатландырҙы! Ошо еңел булмаған эште башҡарыусыларға ярҙам итергә кәрәк», — тип иҫәпләй «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева.

«Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева фекеренсә, башҡорт телен тәржемәсе исемлегенә индереп, бөтә донъяға күрһәтер алдынан, уны тейешле кимәлгә еткереү зарур.

Яндекс.Тәржемәсе сервисы бөтәһе 64 тел менән эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть