Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов IV Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһында сығыш яһаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

22 сентябрҙә Бешкәк ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Евразия иҡтисади союзы. Төбәк-ара хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәре» IV Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Республика етәксеһе, Башҡортостандың Рәсәйҙең төп индустриаль, фәнни-мәғариф һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булыуын билдәләп, төбәктең иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.

– Беҙҙең өсөн партнерҙарыбыҙ менән халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөнлөклө булып тора. Былтыр улар менән сауҙа әйләнеше яҡынса 14 миллиард долларға еткән, шуларҙың 93 проценты – Башҡортостандан оҙатылған продукция. Әммә Ҡырғыҙстанға 150 миллион доллар самаһы ғына тура килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, бәйләнештәрҙе диверсификацияларға кәрәк. Нефть тармағынан тыш, машина эшләүҙе, биотехнологияларҙы, мәғлүмәт технологиялары секторын, логистиканы, туризмды, ауыл хужалығын, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, мәғарифты, мәҙәниәтте йәлеп итеү зарур.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, ошо йүнәлештә әүҙем эш башланған. Әлеге ваҡытта рәсми эшҡыуарлыҡ делегациялары менән алмашыу бара.

Республика етәксеһе «төбәк менән төбәк» үҙ-ара килешеп эш итеү форматын илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереүҙең иң һөҙөмтәле йүнәлеше тип атаны.

– Ҡырғыҙстандан йәшелсә, еләк-емеш килтереүҙе, Башҡортостандан ашлыҡ, малсылыҡ продукцияһы, минераль ашламалар оҙатыуҙы яйға һалыу мөһим. Еңел сәнәғәт өсөн туранан-тура сеймал менән тәьмин итеү «үҫеш нөктәләре»нең береһе булыуы ихтимал. Эшҡыуарҙарыбыҙ Ҡырғыҙстанға килеп китте һәм беҙҙең предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү хаҡында килеште, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләрен ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Сара октябрь айында Өфөлә үтә. Республика Башлығы шулай уҡ 2016 йылда Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарырға тәҡдим итте.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть