Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

«Башҡортостан» киностудияһында республиканың халыҡ шағиры хаҡында фильм төшөрөү тамамланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» киностудияһында «Яҙмыш менән әңгәмә» исемле документаль фильм төшөрөү тамамланды. Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналған. Сценарий авторы — Сәлимә Батисова, режиссеры — Радик Килмәмәтов.

Кинотаҫма Ырымбур өлкәһенең Ҡунаҡбай, Ғәбдрәфиҡ ауылдарында, Аҡбулаҡ ҡасабаһында, Башҡортостандың Көйөргәҙе районында һәм Өфөлә төшөрөлгән.

Рауил Бикбаев тураһында уның яҡындары – бер туған апайҙары, ауылдаштары, класташтары, тәүге уҡытыусыһы, ғаиләһе һөйләй. Фильмдың авторҙары билдәле шәхестең тормошон, бигерәк тә бала сағын һәм йәшлеген яңыса асырға тырышҡан. Кинотаҫма уның тәүге уңыштары, атайһыҙ үҫкән һуғыштан һуңғы йылдар, бәләкәй малайҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән кешеләр, буласаҡ шағирҙың шәхес булып үҫешеүе хаҡында бәйән итә.

Хәҙерге ваҡытта фильмды монтажлау бара. Документаль фильм ошо йылдың аҙағына әҙер буласаҡ тип күҙаллана.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть