5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2015 йыл, 16:57

Рөстәм Хәмитов менән Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаевтың осрашыуы булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 21 сентябрҙә Бешкәк ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмазбәк Атамбаевтың осрашыуы булды. Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан төбәктәре араһында иҡтисади, мәҙәни һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

Ике илдең төбәктәре араһында үҙ-ара килешеп эш итеү Рәсәй-Ҡырғыҙстан хеҙмәттәшлегендә, айырыуса илдең Евразия иҡтисади союзына инеү йәһәтенән өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, тип билдәләне Алмазбәк Атамбаев.

Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләрен ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы. Сара октябрь айында Өфөлә үтә. Республика Башлығы шулай уҡ 2016 йылда Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарырға тәҡдим итте. Ҡырғыҙстан Президенты был тәҡдимде хупланы.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше 132,2 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт — 132 миллион, импорт 0,2 миллион тәшкил иткән. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡырғыҙ Республикаһы 20-се урынды биләй. Республиканан Ҡырғыҙстанға нефть продукттары, шулай уҡ ағас эшкәртеү, химия, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһы оҙатыла, беҙгә электр лампалары килтерелә.

Республика биләмәһендә ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында дүрт предприятие эшләй.