11 декабрь, Йәкшәмбе

22 сентябрь 2015 йыл, 16:13

«Урал батыр» эпосы ҡытай теленә тәржемә ителәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Урал батыр» эпосын ҡытай теленә тәржемә итеү башланды. Был ҙур эште ҡытай телен яҡшы белгән Шамил Батыршин башҡарып сығырға әҙер. Башҡорт халҡының төп эпик ҡомартҡыһын тәржемәләү идеяһы ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан барлыҡҡа килгән.

«Башҡорт дәүләт университетының Учалылағы вәкиллеге директоры Зилә Рәхмәтуллина «Урал батыр» эпосына иғтибарҙы йүнәлтергә тәҡдим итте, — тине тәржемәсе. — Был башҡорт халҡы тураһында ыңғай фекер тыуҙырыу өсөн яҡшы проект».

Тәржемәсе әйтеүенсә, эпосты тәржемә итеү өсөн башҡорт һәм ҡытай телдәрен яҡшы белгән кешеләр кәрәк. Ҡобайырҙа фразеологизмдар бик күп, Ҡытай мәҙәниәтендә уларға оҡшаш әйтемдәр табыу еңел түгел. Шуға күрә берлектәге проектта Башҡорт дәүләт университеты һәм Тенгин халыҡ-ара телдәр институты белгестәре ҡатнаша. Тәржемәсе эште башлаған һәм уны 2016 йылдың башында тамамларға ниәтләй.

«Ҡытай яғы хеҙмәттәшлек менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына. Мин уларға эпос хаҡында һөйләнем, беҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәттем. Беҙҙең халыҡтарҙың эпостарында күп кенә оҡшаш мотивтар бар, тине Ҡытай филологтары», — тип аңлатты Шамил Батыршин.

Шамил Батыршин Мәскәү дәүләт университеты филология факультетының ҡытай теле кафедраһын тамамлаған һәм өҙөклөктәр менән 13 йыл Ҡытайҙа йәшәгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡытай теленән уҡыта.