Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең биш районында игенде урып йыйыу тамамланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Белорет, Ғафури, Стәрлебаш, Федоровка һәм Хәйбулла районы игенселәре урып йыйыуҙы тулыһынса тамамланы. Архангелдәр, краснокамалар, миәкәләр һәм шарандар һуңғы гектарҙа уңыш йыя, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Төбәктә ураҡ эштәре тамамланып килә. Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә Башҡортостан буйынса 1 миллион 621 мең гектар майҙанда (пландың 93 проценты) иген сабылған, 1 миллион 600 мең гектарҙа (92 процент) һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 17,8 центнер тәшкил итә, 2 миллион 853 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Был күрһәткестәр былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Ул саҡта гектарынан уртаса уңыш 14,9 центнер булған, 2 миллион 506 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған», — тип билдәләнеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть