Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан ҡурсаулығының яңы сәфәр үҙәге бөтә илдән һәм донъянан туристарҙы ҡабул итергә әҙер

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Яңыраҡ Башҡортостан ҡурсаулығының яңы сәфәр үҙәген төҙөү тамамланды. Бөгөн ул бөтә илдән һәм донъянан туристарҙы ҡабул итергә әҙер.

Ҡурсаулыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр үҙәге «Башhырт», «Змеевик» һәм «Арадый» экологик һуҡмаҡтарын,Тәбиғәт музейын, маралдар майҙансығын үҙ эсенә алған «Башһырт шарьяж» экскурсия комплексының бер өлөшө булып тора. Сәфәр үҙәгенең исеме Башҡортостан ҡурсаулығының иң әһәмиәтле тәбиғәт объекттарының береһе — «Башhырт» артылышы атамаһынан алынған.

Бында уҡыусылар өсөн лекциялар, экологик белем биреү программаларын ойоштороу ҡаралған. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре өлкәндәргә ҡыҙыҡлы программалар тәҡдим итә. Сәфәр үҙәге ҡурсаулыҡтың 85 йыллығын билдәләгәндә асылды һәм уның хеҙмәткәрҙәре, Һарғая ауылы халҡы өсөн юбилейға яҡшы бүләк булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть