5 декабрь, Дүшәмбе

22 сентябрь 2015 йыл, 10:17

2015 йылда республика федераль ҡаҙнанан «Һин — эшҡыуар» программаһын ғәмәлгә ашырыуға 9,5 миллион һум алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда Башҡортостан федераль ҡаҙнанан «Һин — эшҡыуар» программаһын ғәмәлгә ашырыуға 9,5 миллион һум алды, республика властары 500 мең бүләсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына төбәк Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Һин — эшҡыуар» федераль программаһы йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ылыҡтыра һәм уларға үҙ эшен асырға ярҙам итә.

Программаның төбәк операторы Александр Рудаков һүҙҙәренсә, был башланғыс республикала 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. 2013 йылда «Һин — эшҡыуар» федераль проектында ҡатнашыуға 4000 йәш кеше йәлеп ителгән. Уларҙың 1050-һе проектта ҡатнашыусыларҙың үҙ эшен булдырыуға йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса уҡып сыҡҡан. 65 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты булдырылған.

Эшҡыуарҙар үҙ эшен асыу өсөн йәш эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия формаһында грант алыу конкурсында ҡатнаша ала.

«Киләсәктә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа һәм Октябрьскийҙа мәғлүмәти конференциялар ойошторорға теләйбеҙ. «Һин — эшҡыуар» йәштәр форумы, шулай уҡ «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары» конкурсының төбәк этабы программаның йомғаҡлау сараһы буласаҡ», — тип билдәләне Александр Рудаков.