10 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 17:51

Баш ҡалала «Балалар альбомы» проектында йәнә легендар балет артисы Владимир Васильев сығыш яһай

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 сентябрҙә Өфөлә «Балалар альбомы» хәйриә проектының яңы, туғыҙынсы бүлеге күрһәтелә. «Тылсымлы балет донъяһы» программаһы музыканы, һүҙҙе һәм хореографияны берләштерәсәк. Тасуири уҡыусы сифатында проектҡа йәнә легендар балет артисы һәм хореограф, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Васильев саҡырылған. «Башинформ» агентлығының матбуғат залында сараны ойоштороусылар — танылған артист үҙе, «Мәрхәмәт» фонды президенты Айгөл Гәрәева, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының баш дирижеры Раушан Яҡупов һәм ПТБ банкының башҡарма директоры Альберт Әлимбәков программаның үҙенсәлектәре һәм көтөлмәгән бүләктәр хаҡында һөйләне.

«Алдыбыҙҙа ҡатмарлы бурыс тора. Иң мөһиме — балаларға балет сәнғәтенең нескәлеген күрһәтеү. Һуңынан уларҙың бейеү менән шөғөлләнеүҙәрен теләр инек. Сөнки бейеү — хис-тойғоларҙы, уй-фекерҙәрҙе белдереүҙең үҙенсәлекле сараһы, бының өсөн тәржемә кәрәкмәй», — тип иҫәпләй Владимир Васильев.

Кисәнән бирле оркестр, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары менән репетициялар бара. Был юлы программаның нигеҙен Людвиг Минкустың «Дон Кихот» һәм Сергей Прокофьевтың«Золушка» балеттары тәшкил итә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тамашаға Өфө балетының  унлаған артисы, шул иҫәптән Гүзәл Сөләймәнова ҡушыла.

«Дон Кихот»тың музыкаһында  шампан тамсылары ла, шатлыҡ һәм фейерверк та бар. «Золушка» балетын Прокофьев ХХ быуатта, оҙаҡ ваҡыт сит илдә булғандан һуң Пермдә эвакуация ваҡытында яҙған. Беҙгә ошо музыканы уйнау бик оҡшай, проектта йәнә Владимир Викторовичтың ҡатнашыуы — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт», — тип билдәләне дирижер Раушан Яҡупов.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Милли симфоник оркестр ойошторған проект беренсе тапҡыр «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Мең урынға иҫәпләнгән залға саҡырыу билеттары ҡалмаған да инде. Йола буйынса, проектҡа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, етем балалар, Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары, музыкаль яҡтан һәләтле балалар киләсәк.

Промтрансбанк һәм Башҡортостан генерациялаусы компанияһының булышлыҡ итеүе һөҙөмтәһендә балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Балалар альбомы» концерттарына инеү бушлай.