11 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 16:34

Республика ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған. Бәләбәйҙә, Белоретта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Туймазыла, шулай уҡ Бөрйән, Благовар, Көйөргәҙе, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында йәшелсә-емеш йәрминкәләре үтте.

— Ял көндәрендә 36,1 тонна бал, 251,2 тонна йәшелсә, 777 тонна  картуф һатылды. Йәрминкәләрҙә картуфтың килограмын 13-25 һумға, кишерҙе — 15-30, кәбеҫтәне -18-25, сөгөлдөрҙө -15-30, һуғанды -15-25, балды — 250-400, һыйыр итен — 200-350, сусҡа итен — 200-300, һарыҡ итен — 250-330, йылҡы итен — 240-350, ҡош итен — 85-300 һумға алырға мөмкин, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова.

Йәрминкәләрҙә 48 райондан килгән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ҡатнашты. Төбәк биләмәһендә 1528 сауҙа нөктәһе ойошторолдо, тип билдәләнеләр ведомствола.