Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың юбилейы көнөндә әҙәби музейҙар форумы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

22 сентябрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, мөмкинлектәр» I республика форумы һәм Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыу уңайынан байрам уҙғарыла. Сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторола.

Көндөң тәүге яртыһында форумда төбәк халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа музейҙарҙың роле һәм музей эше проблемалары тикшереләсәк. Форум барышында «Минең музейым» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк.

Көндөң икенсе яртыһы Мәжит Ғафуриҙың юбилейын байрам итеүгә арнала. Сара уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт драма театры алдында башлана. Һуңынан байрам ҡунаҡтары халыҡ шағирының ҡәберенә, артабан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына барасаҡ. Музейҙа әҙәби-музыкаль кисә ойошторола.

Юбилей программаһына яҙыусылар, Ғафури районынан халыҡ шағирының яҡташтары, уҡыусылар, студенттар һәм ижади коллективтар саҡырылған. Ойоштороусылар  — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың Милли әҙәбиәт музейы.

Сара Гоголь урамы, 28/1 адресы буйынса уҙа. Белешмә өсөн телефон:  228-83-32.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть