11 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 15:11

Ҡорбан байрамында «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә ғибәҙәт ҡылынасаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 24 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙа «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә Ҡорбан байрамы уңайынан ғибәҙәт ҡылынасаҡ.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам намаҙын баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уҡый.

Байрам айҡанлы 24 сентябрҙә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә.

Шаршамбы, 23 сентябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә, 24 сентябрҙәге байрам көнө уның иҫәбенә индерелмәй.