10 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 14:19

Башҡортостанда йәнә «әбейҙәр сыуағы» башланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәнә «әбейҙәр сыуағы» башланды. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары күҙаллауынса, ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡын һәм ямғырлы осорҙан һуң төбәктә көндәр йәнә ҡояшлы һәм ҡоро буласаҡ.

Был аҙнала республика биләмәһендәге һауа торошон антициклон билдәләй. Яуым-төшөм булмай. Дүшәмбе, 21 сентябрҙә, һауа температураһы көндөҙ — 18-20, төндә 6-11 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ.

Алдағы көндәрҙә һауа температураһы тағы ла йылына. 22 сентябрҙә — 22 , 23-дә 25 градус йылы була. Ел көсһөҙ, яуым-төшөм көтөлмәй.