5 декабрь, Дүшәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 12:57

Рәсәй банкы «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы 10 һумлыҡ тәңкәне әйләнешкә сығара

фото: Рәсәй банкы сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Шишәмбе, 22 сентябрҙә, Рәсәй банкы «Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ҡиммәтле булмаған металдан яһалған 10 һумлыҡ тәңкәне әйләнешкә сығара. Тиражы — 10 миллион данаға тиклем, тип хәбәр иттеләр банктың матбуғат хеҙмәтендә.

Тәңкә һары төҫтә, диаметры — 22 миллиметр. Аҡсаның уң яғында «Рәсәй банкы», «2015» тип яҙылған. Һул яғында Грозный ҡалаһы гербының рельефлы һүрәте һуғылған, өҫтәрәк — «Хәрби дан ҡалалары», аҫтараҡ «Грозный» тигән яҙыуҙар бар.

Был тәңкәләр Рәсәй биләмәһендә законлы түләү сараһы булып иҫәпләнә, тиелә белдереүҙә.