8 декабрь, Кесе йома

21 сентябрь 2015 йыл, 12:18

Ҡыштым Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡушылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡыштым Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡушылды. Ҡыштым ҡала округы башлығы Людмила Шеболаева Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин менән Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә аңлатыуҙарынса, документҡа быйыл март айында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында төҙөлгән килешеү сиктәрендә ҡул ҡуйылған. Был проект төбәк-ара һәм милләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытырға мөмкинлек бирәсәк. Көньяҡ Уралдың 10 муниципаль берәмеге менән шундай килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған да инде. Килешеү — өс яҡлы, унда Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосоповтың ҡултамғаһы бар.

Өлкә биләмәһендә 200 мең самаһы башҡорт йәшәй, шуға күрә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади, мәҙәни, социаль, мәғариф хеҙмәттәшлеге бик мөһим.

Ҡыштым башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлсирә Истамғолова башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара. Ҡалала 20 йылдан ашыу «Йәшлек» йыр ансамбле эшләп килә.