3 декабрь, Шәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 11:17

Владимир Спиваков «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Владимир Спиваков саҡыра» халыҡ-ара фестивале барышында танылған маэстроға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде. Владимир Спиваковҡа мәртәбәле исемде Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тапшырҙы. Награда һуңғы биш йыл эсендә тәүгә бирелде.

Кисәлә Рәсәй Милли филармония оркестры башҡарыуында Петр Чайковскийҙың Бишенсе симфонияһы, Жюль Массненың «Сид» операһынан балет тамашаһы һәм Мендельсондың скрипка концерты яңғыраны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Санкт-Петербургтан виртуоз скрипкасы, туғыҙ халыҡ-ара конкурс лауреаты Сергей Догадин сығыш яһаны.

18 сентябрҙән 20-нә тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр «Владимир Спиваков саҡыра» фестивале үтте. Сараны ойоштороусылар —Башҡортостан Башлығы, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы Халыҡ-ара хәйриә фонды.