11 декабрь, Йәкшәмбе

21 сентябрь 2015 йыл, 10:24

Баш ҡалала Владимир Борман иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса XXX Бөтә Рәсәй турниры тамамланды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Владимир Борман иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса XXX Бөтә Рәсәй турниры тамамланды. Ярыштарҙа илдең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан 150-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Уларҙың 44-е — Башҡортостандан.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса башҡорт көрәшселәре һигеҙ ауырлыҡ категорияһында ете миҙал яуланы. Шуларҙың икәүһе — алтын. Улар — спорт мастерына кандидат Ислам Опиев (75 килограмм) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Азамат Бикбаев (85 килограмм).

Призерҙар иҫәбендә Аслан Толов – икенсе урын (59 килограмм), Артем Иванов – икенсе урын (80 килограмм), Степан Коробов – өсөнсө урын (98 килограмм), Рөстәм Гәрәев – өсөнсө урын (75 килограмм), Никита Смирнов — өсөнсө урын (85 килограмм).