9 декабрь, Йома

21 сентябрь 2015 йыл, 9:51

Рөстәм Хәмитов «Владимир Спиваков саҡыра» фестивален асыуҙа сығыш яһаны

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Владимир Спиваков саҡыра» фестивален асыуҙа сығыш яһаны.

Концерт программаһы башланыр алдынан республика етәксеһе Рәсәй Милли филармония оркестрының художество етәксеһе Владимир Спиваков менән осрашты һәм Башҡортостанда мәҙәниәтте үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Был – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, һәм беҙ Владимир Теодоровичтың Өфөгә килеүе менән ғорурланабыҙ. Бөйөк музыканттарҙың ижадынан күңел күтәренкелеге алыу, шулай уҡ ҡунаҡтарыбыҙ Өфөгә килеүҙән ҡәнәғәт ҡалһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡасандыр Владимир Теодорович: «Акустик зал төҙөлгәс кенә һеҙгә киләм», – тигәйне. Зал бар – Владимир Теодорович коллективы менән килде. «Владимир Спиваков саҡыра» фестивалдәре Өфөлә лә даими үткәрелер тип ышанам.

Маэстроның тыуған көнө уңайынан Рөстәм Хәмитов уға башҡорттарҙың милли уйын ҡоралын – думбыра бүләк итте.