4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2015 йыл, 19:09

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы комиссияның тәүге ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы комиссияның тәүге ултырышын үткәрҙе.

Комиссия составына Хөкүмәт ағзалары, легаль булмаған тауарҙар етештереү һәм уларҙы индереүгә ҡаршы көрәштә тәжрибә туплаған федераль власть органдарының территориаль органдары етәкселәре инде. Комиссияға хәлде мониторинглау һәм баһалау, шулай уҡ ошо йүнәлештәге эште координациялау бурыстары йөкмәтелгән.

– Эксперттарҙың баһалауынса, хәҙер Рәсәйҙәге ҡулланыусылар баҙарының 30-40 процентын легаль булмаған продукция тәшкил итә. Был, нигеҙҙә, кейем-һалым, аяҡ кейеме, балалар уйынсыҡтары, алкоголь, дарыуҙар, туҡланыу продукттары. Рәсәйҙең Туҡыу һәм еңел сәнәғәт эшҡыуарҙары союзы мәғлүмәттәре буйынса, илгә законһыҙ етештерелгән һәм индерелгән продукция күләме 1 триллион һумдан ашып китә. Һөҙөмтәлә йыл һайын Рәсәй бюджеты яҡынса 200 миллиард һум һалым һәм таможня түләүҙәрен юғалта, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәрен килтерҙе. Уларға ярашлы, автомобилдәр һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләүҙә икенсел баҙарҙағы комплектлаусыларҙың өстән бер өлөшө – контрафакт.

Уның һүҙҙәренсә, контрафактлы продукцияның әйләнеше арҡаһында еңел һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек предприятиелары ҙур юғалтыу кисерә.

Контрафактҡа ҡаршы көрәштә етди эш алып барыу, хоҡуҡ һаҡлау органдарының, республика власының, урындағы үҙидара органдарының, киң мәғлүмәт сараларының, йәмәғәтселектең көсөн берләштереү зарур, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итеү, эске баҙарҙы легаль булмаған тауарҙарҙан һаҡлау һәм үҙебеҙҙең продукцияны һатыу өсөн комплекслы эш талап ителә. Һөҙөмтәлә – республикала йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген, лайыҡлы йәшәү шарттарын тәьмин итеү, – тине Рөстәм Хәмитов.

Артабан Башҡортостанда сәнәғәт продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы комиссия ултырыштары даими үткәреләсәк.