Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Ватандаш» журналы хеҙмәткәрҙәре «Әҙәби троллейбус» пассажирҙары менән аралашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Әҙәби троллейбус» акцияһы өфөләрҙең күңеленә хуш килде. Республика киң мәғлүмәт сараларының күбеһе ошо акцияла ҡатнашты. Кисә эстафетаны «Ватандаш» журналы редакцияһы ҡабул итте.

2-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбус үҙенсәлекле шиғри майҙансыҡҡа әүерелде. Пассажирҙар ижади мөхиткә сумды, «Ватандаш»тың яңы һанын уҡыны, баш мөхәррир — шағир Азамат Юлдашбаев һәм ошо баҫманың хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, Әнисә Таһированың нескә лирикаһын тыңланы. Билдәле сатирик Марсель Сәлимов бер үк ваҡытта йылмайырға ла, уйланырға ла мәжбүр итте. «Әҙәби троллейбус»тың ҡайһы бер пассажирҙары, ижади акция менән әҫәрләнеп, сығыштарға ҡушылды. Туҡталыштарына барып еткәс, уларҙың күптәре ошо күңелле минуттар бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр иттеләр «Ватандаш» редакцияһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть