Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө лимонарийы тәбиғәт ҡомартҡыһы булыуы-булмауын йәмәғәтселек фекере хәл итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелеүе ихтимал. Ошо уңайҙан 1 октябрҙә Өфө урман хужалығы техникумында йәмәғәт тыңлауҙары иғлан ителде.

«Өфө лимонарийына айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын биреү — күптән өлгөргән мәсьәлә. Ошо ерҙең маҡсатлы тәғәйенләнешен ҡануниәт нигеҙендә нығытырға һәм лимонарий биләмәһен капиталь төҙөлөштән һаҡларға кәрәк, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө лимонарийының уҡытыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова. — Теләгән һәр кем йәмәғәт тыңлауҙарына саҡырыла. Фекерҙәрҙе «Бәйләнештә» төркөмөндә һәм lemonarium@mail.ru электрон почтаһында ҡалдырырға мөмкин».

Өфө лимонарийына тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү материалдары бында урынлаштырылған.

Тыңлауҙар 1 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Минһажев урамы, 126 адресы буйынса башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть