7 декабрь, Шаршамбы

18 сентябрь 2015 йыл, 15:16

Башҡортостандың һәм Ҡытайҙың Сычуань провинцияһының сауҙа-сәнәғәт палаталары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

фото: ШОС БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың һәм Ҡытайҙың Сычуань провинцияһының сауҙа-сәнәғәт палаталары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандың презентацияһы сиктәрендә Сычуань провинцияһының баш ҡалаһы Чэндуҙа хеҙмәттәшлек һәм сауҙа-иҡтисади алмашыуға ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документҡа Сычуань экспорт-импорт сауҙа палатаһының генераль секретары Ван Инь һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев ҡул ҡуйҙы. Килешеү алмашыу өлкәһендә даими үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Быйыл ноябрҙә Сычуань провинцияһы эшҡыуарҙары делегацияһы Башҡортостанға килергә йыйына.

Республиканың презентацияһында Сычуань провинцияһы Халыҡ хөкүмәтенең рәсми кешеләре һәм Ҡытайҙың Рәсәй компаниялары менән берлектә эшләү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынған предприятие етәкселәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яйға һалыуҙа тәүге ҡаршылыҡты — төбәктәр һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре хаҡында мәғлүмәттең етерлек булмауы — еңеп сыҡтыҡ. Башҡортостан һәм Ҡытай эшҡыуарҙарының яңы мөмкинлектәр менән ни тиклем һөҙөмтәле файҙаланыуы бик мөһим.

темалар: хеҙмәттәшлек