11 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2015 йыл, 14:12

Силәбенең йәш таланттары Башҡортостанда клип төшөрҙө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбенең йәш таланттары Башҡортостанда клип төшөрҙө. Бының өсөн республиканың баш ҡалаһы һәм бер нисә район һайланды.

Роликты Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзын ойоштороусы һәм уның беренсе рәйесе Тимур Сафиуллин, Магнитогорск ҡалаһынан видеограф Роман Вәлиев төшөргән. Йырҙы республикала билдәле йырсы һәм шоумен Таһир Әсәҙуллин менән Мадагаскарҙа тыуып үҫкән Селестин Жульен башҡара.

«Йырҙың исеме — «Бәхетле», клипта бик күп позитив буласаҡ. Хатта кире персонажыбыҙ ҙа йомшаҡ күңелле кеше булып сыҡты», — тип хәбәр итте Тимур Сафиуллин.

Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, видео авторҙары Силәбелә башҡорт йәштәре эстрадаһы өсөн клип төшөрөү йәһәтенән бай тәжрибәгә эйә. Тимур Силәбе тыңлаусылары яратып өлгөргән Милена Зарипова, Айтуған Ғәйзуллин менән эшләгән.

Ошо көндәрҙә клип төшөрөү тамамланды, әлеге ваҡытта монтажлау бара. Уны октябрь баштарында күрергә мөмкин.

«Эшебеҙ Башҡортостандың һәм Татарстандың музыкаль каналдарына эләгер, тип ышанабыҙ. Бынан тыш, «ОСҠОН» башҡорт видео конкурсында ҡатнашыуға ғариза ебәрәсәкбеҙ. Иң мөһиме — еңеү түгел, ә ҡатнашыу», — тине Тимур Сафиуллин.