Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың һалым хеҙмәттәре асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

18 һәм 19 сентябрҙә Башҡортостандың һалым хеҙмәттәре асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Барлыҡ һалым инспекцияларында эш ваҡыты оҙайтыла: 18 сентябрҙә — иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә, 19-да иртәнге 10-дан көндөҙгә 3-кә тиклем. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының баш дәүләт һалым инспекторы Юлиә Дәүләтбаева хәбәр итте.

Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итеүселәргә милеккә һалым һалыуҙың үҙенсәлектәре, муниципаль берәмектә ниндәй ставкалар һәм ташламалар ҡулланылыуы хаҡында мәғлүмәт бирәсәк, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең онлайн-сервистары эше тураһында һөйләйәсәк.

Шулай уҡ «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда теркәлергә мөмкин, уның ярҙамында һалымдарҙы онлайн режимында түләргә, һалым белдереүҙәрен ҡарарға һәм сығарырға, һалым органдарына мөрәжәғәт итергә була.

Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл граждандар 1 октябргә тиклем милеккә һалым түләргә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть