4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2015 йыл, 11:42

Башҡорт операһы солисткаһы ТӨРКСОЙ Опера көндәрендә ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 сентябрҙән 24-нә тиклем Төркиәлә һәм Төньяҡ Кипрҙа ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара опера көндәре уҙғарыла. Ижади проект 18-се тапҡыр ойошторола.

ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов хәбәр итеүенсә, ойошма ағзалары булған илдәрҙең опера һәм балет оҫталары Стамбулда, Төньяҡ Кипр ҡалаларында сығыш яһай. Анталияла ТӨРКСОЙ кисәһендә ХХII Халыҡ-ара опера һәм балет фестивале программаһын артистарҙың концерт номерҙары биҙәйәсәк.

ТӨРКСОЙ Опера көндәрендә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Татарстан, Башҡортостан, Ҡытай һәм Төньяҡ Кипрҙан 24 башҡарыусы ҡатнаша. Башҡортостан исеменән ТӨРКСОЙ проекттарында даими ҡатнашыусы, Башҡорт опера һәм балет театры солисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева сығыш яһай.

темалар: төрксой, опера