Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Милләттәр кросы уҙа

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө 11-се тапҡыр «Милләттәр кросы-2015» Бөтә Рәсәй йүгереү көнөн байрам итеүгә ҡушыла. 18 сентябрҙән 27-нә тиклем ҡаланың ете районында ла ярыштар ойошторола. Унда табиптан рөхсәт ҡағыҙы алған һәр кем ҡатнаша ала.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, сара 18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Дим районының Мусоргский урамындағы велосипед юлында асыла.

23 сентябрҙә иһә көндөҙгө сәғәт 3-тә Октябрь районының «Ҡашҡаҙан» паркында һәм сәғәт 2-лә Орджоникидзе районының «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә.

25 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Калинин районы халҡы дистанцияға сыға. Бында «Милләттәр кросы» Н.Гастелло исемендәге стадионда була. Ошо уҡ көндә көндөҙгө сәғәт 12-лә Ленин районында ла ярыштар уҙа.

«Милләттәр кросы» Киров һәм Совет райондарында тамамлана. Кросс 27 сентябрҙә көндөҙгө 2-се яртыла ҡаланың көньяҡ өлөшөндәге үҙәк урамдарҙа башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть