9 декабрь, Йома

18 сентябрь 2015 йыл, 10:04

Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, икенсе турға 12 кандидат үткәйне.

Быйылғы премияға «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн журналист һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн рәссамдар Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина, хәйриә проекттары һәм донъяла Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәреүе өсөн кларнетист, Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин лайыҡ булды.

Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә, лауреаттар Республика көнөндә бүләкләнәсәк.

темалар: премиялар