Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Милли музейында «Дәүләт банкы Ватанға хеҙмәт иткәндә» күргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

17 сентябрҙә Башҡортостандың Милли музейында «Дәүләт банкы Ватанға хеҙмәт иткәндә» күргәҙмәһе асылды.

Экспозицияға учреждениеның тарихы һәм Өфөнөң Театр урамында банк бинаһы төҙөлөшөн сағылдырған документтар ҡуйылған.

Күргәҙмәгә килеүселәр боронғо тәңкәләрҙе, шулай уҡ Сочиҙағы Олимпиадаға һәм Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған аҡса билдәләрен күрә аласаҡ. Коллекцияла Рәсәйҙең Милли банкы фондынан совет заманындағы аҡсалар, талондар, векселдәр, ҡиммәтле ҡағыҙҙар каталогы бар.

Күргәҙмә 4 октябргә тиклем эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть