11 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2015 йыл, 18:41

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһын ҡараны

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 17 сентябрҙә Өфө районының Авдон ауылында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһында булды, унда предприятиены яңыртыу барышы менән танышты.

Республика етәксеһе һәр береһе 112 мең башҡа иҫәпләнгән сәнәғәт көтөүе бригадаларының яңыртылған залдарын ҡараны. Ошондай 20 бинала эштәр тамамланған. Йомортҡа һала торған тауыҡтарҙы тотоу, уларҙы ашатыу һәм эсереү системалары камиллаштырылған, балансланған емгә күсереү ғәмәлгә ашырылған. 2013 йылда инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлағандан бирле тауыҡтар 1,52 миллиондан алып 2,58 миллион башҡа, йомортҡа етештереү күләме айына 45-тән 60 миллион данаға тиклем артҡан.

Ошо проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 700 миллион һум тәшкил иткән. Республика Хөкүмәте 70 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәткән.

Бынан тыш, былтыр ҡошсолоҡ фабрикаһында йомортҡаларҙы сортҡа айырыу һәм уларҙы төрөү буйынса Волга буйы федераль округында берҙән-бер берҙәм логистик үҙәк файҙаланыуға тапшырылған.

Рөстәм Хәмитов предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты һәм «Авдон» сауҙа маркаһының йомортҡа һәм ит йүнәлешендәге продукция күргәҙмәһе менән танышты. «Русское Зерно Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Станислав Нәсимов республика етәксеһенә холдинг предприятиеларында ит етештереүҙе яңыртыу буйынса яңы инвестиция проектын тәҡдим итте. Инвестицияларҙың күләме яҡынса 4,8 миллиард һумға баһалана.

Холдинг етәксеһе менән һөйләшеүҙә төбәк Башлығы ҡошсолоҡ фабрикаларының ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә бәйле сетерекле мәсьәләне күтәрҙе һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ошо һорауҙы хәл итеүҙең төрлө варианттарын, шул иҫәптән предприятиеларҙы субсидиялау мөмкинлеген әҙерләргә ҡушты.