6 декабрь, Шишәмбе

17 сентябрь 2015 йыл, 17:48

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы структураһында үҙгәрештәр булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында депутат корпусының артыуына бәйле үҙгәрештәр булды. 13 сентябрҙә үткән өҫтәмә һайлауҙар йомғаҡтары буйынса ике депутат республика парламенты составына инде. Туймазы һайлау округынан — Рәмил Бигнов, Күмертау буйынса Хәйҙәр Ғайсин һайланды. Икеһе лә Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет составына инде. Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

Парламент структураһындағы үҙгәрештәр шулай уҡ  Константин Канунниковтың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетҡа инеүенә бәйле. Уға депутат мандатын тапшырыу тураһында мәсьәлә 15 июлдә республика Үҙәк һайлау комиссияһында ҡаралды. Депутат Флүр Әсәҙуллиндың эш һәм йәшәү урыны үҙгәреүе сәбәпле, уның депутат мандаты бушаны.