8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2015 йыл, 17:21

Ял көндәрендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына бөтә илдән меңдән ашыу турист килә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ял көндәрендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына бөтә илдән меңдән ашыу турист килә. Уның хеҙмәткәрҙәре «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә тәбиғәт ҡурсаулығының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. 15-16 сентябрҙә Бөрйән районында экологик матбуғат туры уҙғарылды.

«Ял көндәрендә ҡурсаулыҡҡа бөтә Рәсәйҙән меңдән ашыу турист килә. Уларҙы Шүлгәнташҡа экскурсия һәм ҡурсаулыҡта йәйәү йөрөү, Ағиҙел буйлап ағып төшөү, Бөрйән балы, башҡорт аш-һыуы һәм сувенирҙар ҡыҙыҡһындыра. Ҡурсаулыҡта халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе — солоҡсолоҡ һаҡланған. Солоҡ балы туристарҙы үҙенсәлекле дауалау көсө менән йәлеп итә», — тине сувенирҙар һатыусы Гөлзиә.

«Шүлгәнташ янында» туристик комплексы хеҙмәткәре Сергей Ророкин республиканың гүзәл мөйөшөнә өс ай элек Силәбенән килгән. Ул төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнә. Комплекста экологик яҡтан таҙа материалдарҙан биналар һалыу дауам итә.

«Бында бөтөнләй икенсе донъя: саф һауа, икһеҙ-сикһеҙ урман, тауҙар, йылғалар, таштар. Ҡунаҡтарыбыҙ — ғаиләләр, йәштәр, өлкән йәштәгеләр. Яңыраҡ немецтар килде. Беҙҙең мунсаға һәм иртән Ағиҙел йылғаһында балыҡ ҡармаҡлауға иҫтәре китте. Мәмерйә хаҡында легендалар һәм хикәйәттәр, шулай уҡ һоҡланғыс тәбиғәт уларҙы битараф ҡалдырманы», — тип һөйләне туристик комплекс хеҙмәткәре.

Экологик турҙы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов һәм М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы булышлығында Башҡортостандың Журналистар союзы ойошторҙо. Унда республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларының 20-нән ашыу вәкиле ҡатнашты.