Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә танылған актерҙар һәм дикторҙарҙың тауышы яҙылған аудиокитап донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Ашҡаҙар» радиоһы башҡорт телендә «Мөхәббәт һәм яҙмыш хаҡында» исемле диск-аудиокитап нәшер итте. Унда кешеләрҙең еңел булмаған яҙмыштарына, тормош ҡиммәттәренә, мөхәббәткә арналған әҫәрҙәр тупланған. Әҙәби текстарҙы легендар актерҙар һәм радио дикторҙары Лира Фәйзуллина, Ғәлимнур Бикбулатов, Нурия Ирсаева, Наилә Ғәләүетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова уҡый.

«Ашҡаҙар» радиоһында мәҙәни, танып белеү тапшырыуҙарына өҫтөнлөк бирелә. Диск Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан сығарылған.

«Көн һайын радиола әҙәби әҫәрҙәр, спектаклдәр яңғырай, яҙыусылар, шағирҙар ҡунаҡҡа килә, шиғырҙар, мәҫәлдәр, сатирик хикәйәләр яҙҙырыла һәм эфирға сығарыла, — тиҙәр радио хеҙмәткәрҙәре. — Аудиокитап нәшер итеү беҙҙең өсөн яңылыҡ булып тора, әммә радио тыңлаусылар өсөн мөһим. Диск әҙәбиәт һөйөүселәргә оҡшар, һәм беҙ артабан да заманса техник сараларҙы ҡулланып, уларҙы рухи яҡтан байытырбыҙ, тип ышанабыҙ».

Аудиокитапты Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть