10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2015 йыл, 15:23

Өфөлә РБК төбәк сайтының презентацияһы булды

фото: Андрей Старостин | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 16 сентябрҙә Өфөлә «РБК-Башҡортостан» төбәк сайтының презентацияһы булды.

Унда «РБК» нәшриәт йортоноң генераль директоры Екатерина Сон, Федерация Советы ағзаһы Сергей Лисовский, «РБК» телеканалының баш мөхәррир урынбаҫары Даниил Бабич ҡатнашты.

Өфөлә яңылыҡтар порталы 2015 йылдың 25 авгусында эшләй башланы, һәм, Екатерина Сондың һүҙҙәренсә, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ресурс яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

— Башҡортостанда сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, бәләкәй, урта, ҙур бизнес бар, — тине Екатерина Сон. — Бында ҡарарҙар ҡабул итеүгә ярҙам күрһәтеүсе мәғлүмәт кәрәк буласаҡ, тип ышанабыҙ. Компанияның стратегияһы – республикала төбәк продуктын франшиза буйынса үҫтерәсәк партнер табыу. Башҡортостанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы шундай партнер булды.

— Төбәктә аналитик мәҡәләләргә, эшҡыуарлыҡтың теге йәки был өлкәһен күҙәтеүгә һорау бар, – тип билдәләне «Башинформ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Максим Ульчев. – Сайттың урындағы редакцияһы алдында сығымды ҡаплау бурысы тора, был беҙҙең өсөн тәү сиратта эшлекле проект.

Презентацияла шулай уҡ «РБК-Башҡортостан» сайтының Өфөләге редакцияһы коллективы менән таныштырҙылар. Сайттың етәксеһе —  Рушана Ибраева, мөхәррир —  Эльвира Латипова, күҙәтеүсе —  Игорь Савельев.