Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ «Башнефть» компанияһының тағы ла әүҙемерәк үҫешеүен талап итәсәкбеҙ»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

«Башнефть» компанияһының артабанғы үҫеше химия етештереүен киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Росимущество» етәксеһе Ольга Дергунова менән осрашыу һәм акционерҙарҙың «Башнефть» акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында килешеүенә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса белдерҙе.

– Һис шикһеҙ, «Башнефть» компанияһының артабанғы үҫеше химия етештереүен үҫтереүгә бәйле. Бөгөн «Өфөоргсинтез» – үҫешеүсе предприятие, 2020 йылға етештереүҙе һәм продукция сығарыуҙы икеләтә арттырырға тейеш. Халыҡ хужалығында, оборона сәнәғәтендә ихтыяж булған продукцияның яңы төрҙәре үҙләштереләсәк, – тине республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн кластер сәйәсәтен үҫтереү зарур.

– Беҙгә Башҡортостан биләмәһендә, күрше төбәктәрҙә урынлашҡан химия, нефть химияһы комплекстарының берлектә эшләүе кәрәк. Был мәсьәләне лә тикшерәсәкбеҙ, сөнки совет заманында комплекс бер бөтөн булған. Ошо йүнәлештә лә эшләйәсәкбеҙ. Был иһә продукция сығарыуҙы арттырыуҙы, яңы килем алыуҙы күҙ уңында тота, – тип билдәләне төбәк Башлығы.

Республика Башлығы, киләсәктә компания тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

– «Башнефть» – ҡеүәтле компания. Ул тағы ла әүҙемерәк үҫешә, бөтә йүнәлештәр буйынса етештереүҙе арттыра ала. Нефть табыу һәм нефть продукттарын сығарыу ғына түгел, башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса ла. Уйлауымса, быларҙың барыһы ла Директорҙар советында, акционерҙарҙың дөйөм йыйылыштарында тикшереләсәк. Беҙ ҙур акционер булараҡ «Башнефть» компанияһының тағы ла әүҙемерәк үҫешеүен талап итәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть