9 декабрь, Йома

17 сентябрь 2015 йыл, 13:16

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары — «Росимущество» етәксеһе Ольга Дергунова менән эш осрашыуы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары — Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ольга Дергунова менән осрашты.

Осрашыуҙа Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, «Росимущество» һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә дәүләт милке менән идара итеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен, ҡайһы бер объекттарҙы республика һәм муниципаль милеккә тапшырыу мөмкинлеген тикшерҙе, шулай уҡ акционерҙарҙың «Башнефть» компанияһының акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында килешеүенә ҡул ҡуйҙы.  

— Бөгөн «Башнефть» компанияһының акцияларын дәүләт милкенә тапшырыу буйынса эште тамамлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ошо килешеүҙең бөтә талаптарын үтәүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Компания үҫһен, яңы уңыштарға ирешһен өсөн федераль хөкүмәт, федераль башҡарма власть органдары, «Башнефть» менән килешеп эшләйәсәкбеҙ.

— Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең яңы этабы башлана. Рәсәй, биржалағы акционерҙар ғына түгел, Рәсәй субъекты ла компанияның акционерҙары буласаҡ. Был ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Маҡсатыбыҙ — Рәсәй мәнфәғәтендә ошо активты арттырыу буйынса ҡуйылған бурыстарға ирешеү, — тип билдәләне Ольга Дергунова.

«Росимущество» етәксеһе һүҙҙәренсә, сәфәр барышында башҡа мәсьәләләр буйынса ла һүҙ барҙы.

— «Башнефть» акцияларын тапшырыу Башҡортостандың һуңғы бер нисә йылда илебеҙ алдына ҡуйған мәсьәләләргә иғтибар итергә мөмкинлек бирҙе. Улар Урмансылар паркын тапшырыу йәһәтенән Рәсәй менән Башҡортостан араһында милекте яңынан бүлеү, ауыл хужалығы ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыу һәм уларҙы федераль милектән республика милкенә күсереү мәсьәләләре, — тине Ольга Дергунова. — Минеңсә, маршрутыбыҙ башланып ҡына тора, шуға күрә яңы идеялар, яңы берлектәге проекттар көтәбеҙ һәм шулар өҫтөндә бергәләп эшләргә әҙер булыуыбыҙҙы белдерәбеҙ.