10 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2015 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты директоры Александр Татаркин менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Иҡтисад институты директоры Александр Татаркин менән осрашты. Осрашыу барышында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде.

– Һигеҙ ай эсендә сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процент тәшкил иткән. Һалымдар буйынса 14 процентҡа күберәк. Әммә был һумдың девальвацияһына бәйле. Беҙҙең экспортлаусылар ярайһы уҡ табыш ала, шуға күрә һалымдар ҙа байтаҡ. Инвестиция эшмәкәрлеге яҡынса 3-4 процентҡа артҡан, – тине Рөстәм Хәмитов.

Шуның менән бергә, төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, ҡайһы бер күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, нефть эшкәртеү күләме 15-16 процентҡа, ваҡлап һатыу – 12-13, күмәртәләп һатыу – 15, йөк ташыу 7-8 процентҡа кәмегән.

Ауыл хужалығы тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, йыл аҙағына һөт етештереүенең артыуы көтөлә, тип билдәләне.

– Ошо йыл 2014 йылға ҡарағанда яҡшыраҡ буласағы көн кеүек асыҡ. Һөт буйынса беҙ Татарстан менән алдынғылар рәтендә. Беҙ ауылды үҫтерергә, юғары технологиялы хужалыҡтар булдырырға теләйбеҙ, – тине республика етәксеһе. – Бөгөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ауыл хужалығы продукцияһының 60 процентын етештерә. Был беҙҙең өсөн дөрөҫ түгел. Беҙгә «индустриаль рельстарға» күсергә кәрәк».

Төбәк Башлығы фекеренсә, уйланылған инвестиция сәйәсәте, уңайлы инвестиция мөхите булдырыу ошо мәсьәләне хәл итергә ярҙам итергә тейеш.

Александр Татаркин төбәк власының фән менән хеҙмәттәшлеген ыңғай күренеш тип баһаланы. Уның фекеренсә, ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү, маҡсатлы инвестиция сәйәсәте, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡты, шул иҫәптән төбәк-ара кимәлдә лә, үҫтереү заманса этапта төп бурыстар булып тора.