Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аспиранты студенттарҙың Бөтә донъя инженерҙар премияһына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Айгөл Теләшева студенттарҙың Henry DeWitt Smith исемендәге Бөтә донъя инженерҙар премияһына лайыҡ булды.

Айгөл Теләшева — Рәсәйҙә Өфө дәүләт нефть техник университеты нефть-газ сәнәғәте инженерҙарының бөтә донъя ойошмаһы президенты. Тап уның етәкселегендә ойошма «Иң яҡшы студенттар ойошмаһы» номинацияһында премия, шулай уҡ Рәсәй һәм Каспий төбәк идаралығы премияһын (1 урын) алды.

23 йәшлек ҡыҙ — Донъя нефть советы алтын мираҫының рәсми исеменә эйә һәм бик күп төбәк, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадалар, конференциялар еңеүсеһе. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетын яҡшы тамамлаған. Премияға лайыҡ булыусы инглиз телендә иркен аралаша, бер нисә ғилми хеҙмәттәре бар.

Айгөл — студенттар менән профессиональ мөхит араһында бәйләнеш булдырыусы «ProfTELEPORT» проектының авторы. Проектты йәш, белемле һәм юғары квалификациялы йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү өсөн бер нисә ҙур нефть һәм газ компаниялары ҡабул иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть