Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Башнефть» акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында акционерҙар килешеүенә ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

16 сентябрҙә Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһы «Башнефть» компанияһының акцияларын файҙаланыу һәм тауыш биреү тәртибе тураһында акционерҙар килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Документты Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Ольга Дергунова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев ҡултамғалары менән нығытты.

Килешеүгә ярашлы яҡтар «Башнефть» компанияһы акционерҙарының дөйөм йыйылыштарында, шулай уҡ Директорҙар советының уның эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләре, үҫеш стратегияһын, бюджетты раҫлау, тәҡдим ителгән дивидендтарҙың күләмен билдәләү,  килешеүҙәрҙе хуплау, Директорҙар советы рәйесен һайлау, компания президентын тәғәйенләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ултырыштарында акционерҙарҙың хоҡуҡтарын килешеп ғәмәлгә ашырыу бурысын үҙ өҫтөнә алды.

Акционерҙарҙың килешеүе билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем төҙөлдө һәм ҡул ҡуйылғандан алып үҙ көсөнә инде. Килешеүҙең тексы менән Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй милкендә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 88 951 379 ябай акциялары (устав капиталының 50,08 проценты) бар. Башҡортостан милкендә – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 38 128 551 ябай акциялары һәм 6 280 076 өҫтөнлөклө акциялары (устав капиталының 25 проценты).  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть