Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«ОСҠОН» башҡорт видео конкурсына ғаризалар ҡабул итеү ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда «Осҡон» башҡорт видео конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 30 ноябргә тиклем оҙайтылды. Уны ойоштороусылар — Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы — быйыл март айында конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды.

«Бөгөнгө көнгә ойоштороу комитетына 20-нән ашыу эш килде, — тип хәбәр итте конкурстың кураторы Владислав Габов. — Видеояҙмаларҙы профессионалдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ебәрә».

Ғаризалар конкурстың рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә мобиль видео, музыкаль клип, социаль видеоролик, ҡыҫҡа метражлы фильм номинациялары буйынса ҡабул ителә.

Бәйгенең бүләкләү фонды 50 мең һум тәшкил итә. «Осҡон» башҡорт видео конкурсының төп бурыстары — милләттәштәребеҙҙең кино төшөрөү һәләтен үҫтереү, башҡорт халҡының милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ мөһим социаль проблемаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть