5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2015 йыл, 16:46

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Баҡыла милли мәҙәниәттәр кисәһендә сығыш яһаны

фото: Рәсәйҙең Азербайжандағы хеҙмәттәшлек вәкиллеге

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең Баҡылағы мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә ике туғандаш республиканың — Башҡортостан менән Татарстандың мәҙәниәттәренә бағышланған сара булды. Уны ойоштороусы булып «Татарстан» йәмәғәт берекмәһе сығыш яһаны.

Кисәлә берекмә ағзалары, Азербайжандың Рус общинаһы, Азербайжан казактары яҡташлығы вәкилдәре ҡатнашты. Сараны «Татарстан» йәмәғәт берекмәһе рәйесе Абас Миняшев асты. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәм Татарстандың ҡаҙаныштары тураһында документаль фильмдарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Башҡорт балы, китаптар, дисктар, Өфө, Ҡазан күренештәре төшөрөлгән открыткалар һәм башҡа сувенир продукцияһы ҡуйылған берлектәге күргәҙмә ойошторолдо.

Кисәлә Башҡортостан ҡунағы — Композиторҙар һәм музыка белгестәре союзы ағзаһы, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара премияһы лауреаты, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева сығыш яһаны. Ул йыйылыусыларға республикабыҙҙың мәҙәниәте хаҡында һөйләне, атаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шиғырҙарын уҡыны, башҡорт телендә йырҙар башҡарҙы. «Татарстан» йәмәғәт берекмәһе рәйесе урынбаҫары, InCity.az интернет-порталы етәксеһе Эмин Рамазанов хәбәрсегә татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың мәҙәниәтенә арналған сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы.

«Мине Азербайжан ерендә йылы ҡабул иттеләр. Баҡыла ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй, милләттәштәребеҙ менән осрашыу бик оҡшаны,— тип һөйләне Ләйлә Аралбаева. — Рәшит Тимер-Булатовтың композитор Рим Хәсәнов яҙған «Ҡышҡы романс»ты башҡарыуы кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булды. «Бер йырҙың тарихы» исемле китабымда ла тап ошо йырҙың яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Мин уны баҡыларға бүләк иттем. Кисәлә шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтовтың «Тыуған ауылым» йыры яңғыраны».

Осрашыу һуңында Рәсәйҙең Азербайжандағы хеҙмәттәшлек вәкиллеге етәксеһе Алексей Коннов сығыш яһаны. Ул барыһына ла рәхмәт белдерҙе, ошондай саралар уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне һәм ҡунаҡтарға «Һуғыш тураһында китаптар» һәм «Еңеү йырҙары» исемле компакт-дисктар тапшырҙы.