11 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2015 йыл, 15:51

Башҡортостанда республиканың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты хөрмәтләп иҫкә алдылар

фото: Айгиз Баймөхәмәтов

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мишкә районында Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы. Ошо уңайҙан район үҙәге Мишкә ауылында мемориаль таҡтаташ асылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр артист яҡты донъянан китте. Әммә мишкәләр күренекле яҡташтарын, башҡорт эстрадаһының сағыу вәкилен рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.

Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән осоронда Шамил Хәмәҙинуров эстрада бригадаларын етәкләй, һәм уның оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә төркөмдәр гастролдәргә сыға, халыҡ һөйөүен яулай.

Тормош иптәше, йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Гөлназ М.Кәрим исемендәге Йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй, Гөлсәсәк — Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актрисаһы.

— Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Шамил Хәмәҙинуров ябай, ауылдаштарына иғтибарлы кеше булып ҡалды, тыуған ауылы Иштебайға йыш ҡайта торғайны, — тине Мишкә районы хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин. — Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине. Репертуарында төрлө халыҡтарҙың йырҙары тупланғайны. Шуға күрә уны башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа үҙ итте.

Мишкәләр юбилей сараларына ентекле әҙерләнгәйне. Район хакимиәте Шамил Хәмәҙинуровтың йырҙары яҙылған аудиодиск сығарған. Киләсәктә район үҙәгендәге урамдарҙың береһен уның исеме менән атау планлаштырыла.

Был көндө Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы хәйриә концерты ойошторҙо. Унда танылған сәхнә йондоҙҙары — Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Вәлит Илембәтов, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Фән Вәлиәхмәтов, Минзиә Нәсибуллина, Рушан Биктимиров, Сүриә Ғималова, Рәмил Хәзиев сығыш яһаны.

Был концерттан килгән аҡса Шамил Хәмәҙинуровҡа һәйкәл ҡуйыу өсөн тотоноласаҡ, тип хәбәр итте «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов.

темалар: хәтер, юбилей