5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2015 йыл, 14:49

Республикала һайлаусыларҙың 73 проценттан ашыуы «Берҙәм Рәсәй»ҙең кандидаттары өсөн тауыш бирҙе — Константин Толкачев

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлаусыларҙың 73 проценттан ашыуы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән күрһәтелгән кандидаттар өсөн тауыш биргән. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған «Көҙ-2015» һайлау кампанияһы йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев хәбәр итте.

Был көндө 7310 мандатҡа 15 329 кандидат дәғүә итте. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 5572 депутат һайланды. Партияның төбәк бүлексәһе барлыҡ алмаштырыласаҡ мандаттарға кандидаттар күрһәтте. Уларҙың барыһы ла партия эсендә алдан тауыш биреү буйынса һайлап алынды. Үҙ-үҙен күрһәткән 700-ҙән ашыу кандидат «Берҙәм Рәсәй» партияһынан. Алдан һайлауҙа 15395 кеше ҡатнашты.

«Партия күберәк йәштәргә баҫым яһаны. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урындағы үҙидара органдарына 35 йәшкәсә 793 кеше һайланды», — тип һөйләне Константин Толкачев.

темалар: һайлауҙар