6 декабрь, Шишәмбе

16 сентябрь 2015 йыл, 13:29

Башҡортостанда «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙары тамамланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙарының тамамланыуына арналған митингта сығыш яһаны.

– Уҡыуҙар Башҡортостандың мобилизация сараларын үткәреүгә әҙерлеген күрһәтте. Бынан тыш, унда ҡатнашҡан барлыҡ структураларҙың хәрби әҙерлектәре, тейешле документтарҙа яҙылғанса бер төптән эшләй белеүҙәре күренде, – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Өҫтәүенә уҡыуҙар матди-техник тәьминәт, ойоштороу әҙерлеге йәһәтенән ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы. Бынан тейешле һығымта яһаясаҡбыҙ.

Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы әҙерлек барышына, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүгә, «Үҙәк-2015» уҡыуҙары барышында Башҡортостан биләмәһендә саралар үткәреүгә юғары баһа бирҙе.

Республика етәксеһе уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларға бер төптән эш итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ запастағы майор Евгений Щемелининға рәхмәт хаты тапшырҙы.

– Дөйөм мобилизация иғлан ителгәндән һуң йәлеп ителәсәк хәрбиҙәрҙе, барлыҡ структураларҙы әҙерләү юғары кимәлдә ҡалһын өсөн артабан да эш алып барасаҡбыҙ. Беҙ ошо эшкә яуаплы ҡарайбыҙ, сөнки был эшмәкәрлек илебеҙ өсөн мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов.