9 декабрь, Йома

16 сентябрь 2015 йыл, 12:25

Баш ҡалала баскетбол буйынса Альберт Мифтахов кубогы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 19-20 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында баскетбол буйынса Альберт Мифтахов кубогы үтә. Ярыштар 2015-2016 йылдар миҙгелендәге Рәсәй беренселеге алдынан «Өфөлө» баскетбол клубы өсөн әҙерлек этабы буласаҡ.

Өфөләр Магнитогорск, Екатеринбург һәм Пермь командалары менән көс һынашасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға ла приздар тапшырыласаҡ, чемпион иһә турнирҙы ойоштороусыларҙың  — «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республика Баскетбол федерацияһы һәм «Өфөлө» баскетбол клубының махсус кубогы менән бүләкләнәсәк.

Турнир төбәктә баскетболды үҫтереү һәм баш ҡалала «Өфөлө» баскетбол клубын ойоштороу өсөн күп көс һалған Альберт Мифтаховтың иҫтәлегенә арналған.

Уйындар 19 һәм 20 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт залында уҙғарыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34.

Уйындар теҙмәһе:

19 сентябрь

16.00 — ОСК-ММК (Магнитогорск) — «Экскурс» (Пермь);

18.00 — «Өфөлө» (Өфө)  — «Простор» (Екатеринбург).

20 сентябрь

10.00 — өсөнсө урын өсөн уйын;

12.00 — финал.